-2 °С
Ҡар
Бор кислотаһы ҡыярҙың уңышы өсөн шәп сара Бор ҡыярҙың тәмен яҡшырта, йәшелсәнең үҫешен стимуллаштыра. Бор кислотаһын ҡыярҙы миҙгелгә өс тапҡыр туҡландырыу өсөн ҡулланығыҙ.
Эретмәне әҙерләү өсөн 10 литр һыуға 5 г порошок алабыҙ.
Әгәр ҡыярҙа калий етешмәү билдәләре булһа (емештәре һарғылт төҫтә һәм груша формаһында, ә япраҡтың сиге һарғая һәм аҫҡа төшә), бор менән туҡландырыуҙы калий менән ҡушығыҙ. Бының өсөн 1 л ҡайнар һыуға 1 сәй ҡалағы бор кислотаһы бүлеп, 10-12 марганцовка кристалы өҫтәйбеҙ. Әҙерләгән һыу эретмәһенә 10 литрға тиклем һыу өҫтәйбеҙ һәм ҡыярҙың төбөнә ҡоябыҙ.