Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Тиҙ һәм еңел генә әҙерләнә торған ҡамыр рецепттары

Был ҡамырҙан йәнегеҙ теләгән ризыҡты бешерергә була: ваҡ бәлеш, пицца, бөйөрөктәр, булочкалар һ.б.

Тиҙ һәм еңел генә әҙерләнә торған ҡамыр рецепттары
Тиҙ һәм еңел генә әҙерләнә торған ҡамыр рецепттары

Кетерҙәп торған ваҡ бәлеш, өсмөйөштәр өсөн сүпрәһеҙ ҡамыр баҫырға мөмкин. Бының өсөн 1 стакан ҡайнар һыу, 1-2 йомортҡа, тоҙ, 10-12 аш ҡалағы көнбағыш майы, он кәрәк.
Ҡайнар һыуға 1-2 стакан он һалып бутайбыҙ. Уға тоҙ, йомортҡа, көнбағыш майы, он ҡушып үтә ҡаты итмәй ҡамыр баҫабыҙ. Бер аҙ ғына ял иттерәбеҙ ҙә йоҡа ғына итеп йәйәбеҙ. Ошолай әҙерләнгән ҡамыр тишелмәй, йәйеүе лә еңел. Алдан баҫып, һыуытҡыста һаҡларға ла мөмкин. 

* * *

Ә был рецепт менән әҙерләнгән ҡамыр мамыҡ кеүек еңел һәм йомшаҡ буласаҡ.  Был ҡамырҙан йәнегеҙ теләгән ризыҡты бешерергә була: ваҡ бәлеш, пицца, бөйөрөктәр, булочкалар һ.б.
1 стакан кефир, ярты стакан көнбағыш майы, 1 пакет (11г.) ҡоро сүпрә, 1 сәй ҡалағы тоҙ, 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, самалап он алабыҙ.
Кефирға көнбағыш майын ҡушып әҙерәк йылытабыҙ, тоҙ менән шәкәрҙе өҫтәйбеҙ. Иләнгән ондо сүпрә менән бутайбыҙ, ондоң өҫтөнә яйлап кефирҙы ҡоябыҙ һәм йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ. Ҡалҡһын өсөн өҫтөн ябып, 30 минутҡа йылы ергә ҡуйып торабыҙ. Ҡамыр ҡалҡҡансы эслек әҙерләйбеҙ.Ҡыҙартып ҡына бешереп алабыҙ.
Аштарығыҙ тәмле булһын!

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: