Бөтә яңылыҡтар

Тултырылған йылға балығы

Балыҡты төрлөсә тултырып бешерергә була. Уның тәмле генә түгел, ә файҙалы ла булыуы һәр кемгә билдәле...

Яңы тотолған эре балыҡты ҡабырсыҡтарынан таҙартып, эсен ярып йыуабыҙ. Һунынан уның эсенә һәм тышына аш һеркәһе һөртәбеҙ ҙә әҙер эслекте тултырабыҙ. Духовкала уртаса утта 40-45 минут тирәһе бешә. Табынға ултыртҡанда теленгән ҡыяр, йәш кәбеҫтә япраҡтары һәм башҡа йәшелсәләр менән биҙәйбеҙ. Өҫтөнә майонез ярҙамында төрлө биҙәктәр эшләргә мөмкин. Бының өсөн майонезға ваҡ ҡырғыс аша үткәрелгән һарымһаҡ, төйөлгән борос ҡушыла.

Эслек өсөн: ит турағыс аша үткәрелгән 100-150 г балыҡ ите, ярты стакан быҡтырылған фасоль, 0.5 кг кәбеҫтә, самалап тоҙ, борос, укроп алына.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: