Бына тағы бер рецепт:
Ҡамыр өсөн өс йомортҡа (йылы булырға тейеш), бер балғалаҡ эретелгән аҡ май, бер стакан иләнгән он, бер семтем сода, 300 грамм бал кәрәк. Ҡамырҙы әҙерләү ысулы: йомортҡаларҙы һәйбәтләп бутап, тоҙ, сода, эретелгән аҡ май ҡушығыҙ, hуңыраҡ иләнгән он ҡушып, йомшаҡ итеп ҡамыр баҫығыҙ. Ҡамырҙы дымлы туҡыма менән ябып 1 сәғәт тотоғоҙ. Ҡамырҙы йоҡа итеп 5 миллиметр ҡалынлығында йәйегеҙ, уны 5—7 миллиметр ҡалынлыҡта таҫмалар итеп киҫегеҙ. Был таҫмаларҙы ҡәләм ҡалынлығына тиклем ҡул менән тәгәрәтегеҙ. Әҙерәк кипкәндән hуң (5 минут тирәhе) вак ҡына итеп бармаҡ быуынындай ҙурлыҡта турағыҙ.
Сәк-сәкте ҡалын, төплө hауытта (ҡаҙанда) ҡайнаған майҙа hалам төҫөнә ингәнсе бешерегеҙ. Сәк-сәктең бөтә яҡтары бер төҫтә бешhен өсөн уны бер туҡтауһыҙ болғатып торорға кәрәк. Бешкәндән hуң, ҡайнап торған майҙан алып, артыҡ майы ағып төшhөн өсөн дуршлагҡа hалығыҙ.