Селтәрлеһе
Был ҡоймаҡ шундай тәмле, тишекле генә булып бешә. Бер йомортҡаны ярты балғалаҡ тоҙ, ике балғалаҡ шәкәр менән туҡырға. Артабан ярты литр ҡатыҡ ҡойоп болғатырға. Аҙаҡ бер стакан ҡайнар һыуға ярты балғалаҡ сода һалып, кефир өҫтөнә ҡойорға. Шунан самалап он, көнбағыш майы һалып туҡырға.
Әсетке ҡушылғаны
1 литр hөткә 0.5 литр йылымса hыу. Шуға 2 балғалаҡ сүпрә , 3 балғалаҡ шәкәр ҡушырға, ҡаймаҡтан саҡ ҡына ҡуйыраҡ булырлыҡ итеп он өҫтәп, болғатып, әсетергә ҡуйырға. Масса әсеп, күпереп сыҡҡас, өҫтөнә болғата-болғата, 1 стакан ҡайнап торған hыу өҫтәргә. Шунан 3 йомортҡа, 50 мл самаһы үҫемлек майы, 1 ҡалаҡ тулыр-тулмаҫ тоҙ ҡушырға. Тағы ла 10 – 15 минутҡа, күпереп сыҡҡансы, ситкә ҡуйып торорға.