Бөтә яңылыҡтар
Уңған хужабикә
28 Февраль , 12:45

Төркмән бәлеше

Был бәлеште духовкала түгел, ә табала ҡыҙҙырабыҙ. Тәмле булһын!

Төркмән бәлеше
Төркмән бәлеше

Тәүҙә сөсө ҡамыр әҙерләйбеҙ. Ул ҡулға йәбешмәҫлек булырға тейеш. Ҡамырҙы полиэтилен моҡсайға һалып, эслек әҙерләйбеҙ. Итте ваҡ итеп турайбыҙ. Ваҡ итеп туралған һыуған, тоҙ, борос өҫтәйбеҙ. Яҡшылап болғатабыҙ. Йәймә әҙерләп, эсенә эслекте һалып, икенсе йәймә менән ҡаплап, ситтәрен ныҡ итеп тотабыҙ. Ҡыҙған табала, аҡ майҙа, ике яҡлап ҡыҙҙырабыҙ. 

Бик тәмле бәлеш килеп сыға. Тәмле булһын!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: