-5 °С
Ҡар
Ауылса картуф
Бының өсөн картуфты ҡабығынан әрсейбеҙ, йыуып эре итеп турайбыҙ. Унан һыуға бешерергә һалабыҙ. Бешеп етмәҫ элек һыуын түгәбеҙ. Ыҫланған колбаса йә тауыҡты, беконды киҫәкләп, һуғанды турайбыҙ, һарымһаҡты турамайбыҙ. Табаға май һалып, иретер өсөн духовкаға 1-2 минутҡа ултыртабыҙ. Артабан уны 200 градусҡа тиклем ҡыҙҙырабыҙ һәм картуфҡа май, тмин, майоран, борос, паприка һалып бутап ултыртабыҙ. 5-7 минут һайын болғатып торабыҙ.
Әйткәндәй, духовкаға табаның өҫтөн ҡапламайынса ултыртабыҙ. Бешер алдынан 35-40 минуттан һуң эре тоҙ һибәбеҙ. Аштарыбыҙ тәмле, табындарыбыҙ тулы булһын!