+21 °С
Болотло
Тауыҡ итен, картуф, кишер, йомортҡаны бешерәбеҙ. Һыуынғас шаҡмаҡлап турайбыҙ. Сәтләүекте ныҡ итеп ваҡлайбыҙ, сырҙы ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Картуф, тауыҡ ите, сәтләүек, сыр, кишер, йомортҡаны ҡатлап һалабыҙ, араһына майонез һөртәбеҙ. Өҫтөн гранат емештәре менән йөрәк формаһында биҙәйбеҙ. Йәшелсәләрҙе - берәр, йомортҡа – 2, сәтләүек – 25 г, 1 тауыҡ түшкәһе, самалап тоҙ алына. Бик тәмле һәм еңел эшләнгән салат.