+21 °С
Болотло
Һарыҡ ите – 500 г, башлы һуған – 400 г, кишер– 100 г, һарымһаҡ – 1 баш, татлы борос – 100 г, әсе борос– берәү., помидор – 300 г, картуф– 500 г, тоҙ – 1-2 сәй ҡалағы, зира – 1 сәй ҡалағы, борос – 2-3 семтем., көнбағыш майы– 50 мл, һыу – 100-150 мл.
Итте турарға, йәшелсәләрҙе әҙерләргә, эре итеп турарға. Тәүҙә итте әҙерәк ҡыҙҙырып алырға һәм өҫтөнә йәшелсәләрҙе, тәмләткестәрҙе һалырға. Иң аҙаҡтан кәбеҫтәне һалабыҙ һәм һыуҙы өҫтәп талғын утта бешерәбеҙ. Әйткәндәй, бөтөнләй һыу өҫтәмәй ҙә бешерергә була. Ризыҡ шуның өсөн дымлама тип атала, үҙ боҫонда, дымында бешкәнгә. Тәмле була, мотлаҡ бешереп ҡарағыҙ.
Гүзәл Иҫәнгилдина.