Уңған хужабикә
9 Декабрь 2023, 06:05

Байрам өҫтәленә

Был салат тәмле, матур һәм еңел генә әҙерләнә. Һәр табындың биҙәге лә буласаҡ...

Байрам өҫтәленәБайрам өҫтәленә
Байрам өҫтәленә

Йәйенке тәрилкәгә йә бәләкәй батмусҡа бешереп иҙелгән картуфты оҙонса түңәрәк итеп һалығыҙ. Өҫтөнә майонез һылайбыҙ. Майонезды салаттың һәр ҡатына һөртәбеҙ. Артабан картуф өҫтөнә туралған ҡаҡланған тауыҡ итен һалабыҙ. Киләһе ҡат тоҙло ҡыяр, унан бешкән йомортҡа һәм ҡырғыстан үткәрелгән майонез менән болғанған сыр. Салаттың өҫтөн миндаль сәтләүеге менән биҙәйбеҙ. Тәмле лә, матур ҙа салат әҙер. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас