Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Уңған хужабикә
3 Декабря 2023, 04:00

1001 күҙле ҡоймаҡ

Уянһа ла, карауаттарынан торорға ашыҡмаған яҡындарыбыҙҙы тәмле ҡоймаҡ еҫе шунда уҡ яныбыҙға йүнәлтер. Иртәнге сәйҙәребеҙ тәмле булһын!

1001 күҙле ҡоймаҡ1001 күҙле ҡоймаҡ
1001 күҙле ҡоймаҡ

200 г манный ярмаһы, 100 г он, 1 сәй ҡалағы ҡоро әсетке, 1 аш ҡалағы шәкәр, бер семтем тоҙ һалып, барыһын ҡоро килеш бутайбыҙ. 550 мл йылы һыу ҡойоп, яҡшылап болғатабыҙ. Таҫтамал менән ябып 10-15 минутҡа ҡуйып торабыҙ. Унан 10 г разрыхлитель, бер сәй ҡалағы уксус ҡойоп болғатабыҙ. Артабан ҡоймаҡты ҡоро табала бер яҡтан ҡыҙҙырабыҙ. Өҫтөндә сей ҡамыры бөтһә, тимәк ҡоймаҡ әҙер. Ҡоймаҡтарға 50-шәр г бал һәм аҡ майҙы болғатып ҡушылған соус менән һылап бирәбеҙ. Тәмле булһын!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас