Уңған хужабикә
2 Декабрь 2023, 05:25

Ҡоймаҡ ҡоябыҙ

Ял көнөндә шыжлап ҡойолған ҡоймаҡ тауышы һәм уның бар йортҡа таралған тәмле еҫе иң яҡыны, күңеллеһе, ҡәҙерлеһе...

Ҡоймаҡ ҡоябыҙҠоймаҡ ҡоябыҙ
Ҡоймаҡ ҡоябыҙ

350 мл йылы кефирға ярты сәй ҡалағы аш содаһы һалып туҡыйбыҙ. Ул күтәрелеп китә. 10 минут тотҡандан һуң уға бер семтем тоҙ һәм бер аш ҡалағы шәкәр һалып, яҡшылап тағы туҡыйбыҙ. Унан бер йомортҡа һәм 200 г самаһы он һалып болғатабыҙ. Артабан 350 мл ҡайнап торған һыу ҡоябыҙ һәм 2-3 аш ҡалағы үҫемлек майы өҫтәп, ҡоймаҡ ҡоябыҙ. Бик тәмле! 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас