+21 °С
Болотло


450 г кефир, 2 йомортҡа, ярты сәй ҡалағы тоҙ, 2 аш ҡалағы шәкәрҙе яҡшылап болғатабыҙ. Унан 250 г он ҡушып тағы ла яҡшылап болғатабыҙ. Ярты сәй ҡалағы аш содаһына ҡайнап торған бер стакан һыу ҡоябыҙ һәм ҡамырға ҡушып болғатабыҙ. Унан 3 аш ҡалағы көнбағыш майы һалып болғатабыҙ һәм ҡоймаҡ ҡоябыҙ. Ҡоймаҡтар бик тәмле килеп сыға. Аштарыбыҙ тәмле, үҙебеҙ бәхетле булайыҡ, дуҫтар!