3 кг ҡыярға ике баш һарымһаҡ, 3 баш һуған, 50 г тоҙ, стакан тула яҙырлыҡ шәкәр, ярты стакан туғыҙ процентлы уксус, укроп, петрушка (ни тиклем күберәк алаһығыҙ, шул тиклем буласаҡ).
Ҡыяр менән һуғанды турап, һарымһаҡты эре ҡырғыс аша үткәреп, ваҡ ҡына туралған укроп, петрушка һалабыҙ. Бөтәһен дә ҙур табаҡта болғатабыҙ, тоҙ, шәкәр һәм уксус һалып болғатабыҙ һәм 10-12 сәғәткә ҡуйып торабыҙ. Иң яҡшыһы төнгөлөккә болғатып ҡуйырға ла, иртәнсәк ябырға.
Салатты япмайынса, шунда уҡ ашай башларға була. Әгәр ҡышҡылыҡҡа һаҡларға теләһәгеҙ, таҙа ҡоро банкаларға һалығыҙ һәм стерилләнгән тимер ҡапҡас менән ябығыҙ. Бына шулай артыҡ мәшәҡәтһеҙ эшләнгән бик тәмле салат.
Гүзәл Иҫәнгилдина.