Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Уңған хужабикә
10 Август 2023, 14:05

Иң тәмле лечо

Иң тәмле лечоны томат пастаһы менән эшләйем. Һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ, бик тәмле килеп сыға. Соус, кетчуп урынына китеп кенә бара...

Иң тәмле лечоИң тәмле лечо
Иң тәмле лечо

 2 литр томат һуты (томат пастаһын һыуға иҙеп алығыҙ), 1 кг татлы борос, 1 кг һуған, 150 мл көнбағыш майы, 20 мл аш һеркәһе, 2 ҡалаҡ шәкәр, 10 бөртөк хуш еҫле борос, 2 ҡалаҡ тоҙ алына. Борос менән һуғанды шаҡмаҡлап турарға. Помидор һутына шәкәр, тоҙ, аш һеркәһе, төйөлгән хуш еҫле борос һалырға. Әгәр ныҡ боросло ашаһағыҙ, бер әсе борос йәки төйөлгән ҡыҙыл борос (1 сәй ҡалағы) һалығыҙ. Барыһын бергә бутап, 10-15 минут тирәһе бешерергә. Стерилләнгән ҡапҡас менән ябығыҙ.  Баҙҙарыбыҙ - тулы, үҙебеҙ бәхетле булайыҡ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас