Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Уңған хужабикә
25 Июль 2023, 07:15

Иң шәп борщ

Был борщ мотлаҡ эшләнеп, һәр баҙға төшөрөлөргә тейеш:) Ул итле һурпаға ғына түгел, ә һыуға бешерһәң дә иҫ киткес тәмле булыуы менән айырыла. Рецебын мотлаҡ үҙегеҙгә һаҡлап ҡына ҡалмағыҙ, ә бер нисә банка эшләт тә ҡуйығыҙ. 

Иң шәп борщИң шәп борщ
Иң шәп борщ

3 кг сөгөлдөр, 1 кг һуған, 1 кг татлы борос, 1 кг помидор, 1 стакан шәкәр, 3 ҡалаҡ тоҙ, 1 стакан көнбағыш майы, 125 мл 9 процентлы аш һеркәһе.

Бөтә йәшелсәләрҙе лә йыуып турарға, кишер менән сөгөлдөрҙө ҡырғыстан үткәрергә. Көнбағыш майының яртыһын һалып помидор менән сөгөлдөрҙө айырым, һуған, кишер менән боросто айырым һауытта бешерергә. Яҡынса 20 минуттан барыһын бергә ҡушып, тоҙ, шәкәр, һеркә ҡушып, тағы ла 20 минут тирәһе талғын утта ҡайнатырға. Эҫе килеш стерилләнгән банкаларға һалып ябырға.

Баҙҙарыбыҙ - тулы, йортобоҙ ҡотло булһын!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас