

Пицца яратаһығыҙмы? Балаларығыҙ көн дә шундайыраҡ ризыҡ һораймы? Әллә ҡапыл ғына ҡунаҡтар килеп индеме? Тимәк. тиҙ генә ошолай эшләйбеҙ. Икмәкте киҫәктәргә бүләбеҙ. Үҙегеҙгә нисек оҡшай. шулай. Уларға ике ҡалаҡ томат пастаһы һәм ике ҡалаҡ майонезды болғатып һөртәбеҙ (йә үҙегеҙ яратҡан кетчуп, соусты). Ваҡ итеп киҫелгән колбаса (бешкән ит, балыҡ тә була), помидор һәм ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы бер һауытта болғатығыҙ. Әйткәндәй, бер помидор, әҙ генә сыр һәм колбаса китәсәк. Ошо ҡатнашманы соуслы икмәк өҫтөнә һылағыҙ. Ҡыҙған духовкаға ун минутҡа ҡуябыҙ. Микроволновкала ла була, тик унда икмәк кетерләп кенә тормаясаҡ. Һәм тәмлееее ризыҡ әҙер. Иң мөһиме - ул олоһона ла, кесеһенә лә оҡшай һәм бер ҡасан да ялҡытмай. Бәхетле булығыҙ, дуҫтар!