

Йәшелсә һәм еләк-емештәрҙе витаминдар ҡыш дауамында һаҡланһын, тиһәгеҙ, уны туңдырып ҡуйыу бик отошло. Баклажан, кишер, татлы борос, йәшел борсаҡ, брокколи, брюссель кәбеҫтәһе, укроп һәм башҡа йәшел тәмләткестәр — һәр береһен айырым туңдырырға мөмкин. Уларҙың витаминдары яҡшыраҡ һаҡлана.
Банка ябыуға ҡарағанда, бындай эште башҡарыу хужабикәләр өсөн бик тә уңайлы. Йәшелсәләрҙе таҙартаһың һәм һәм таҫтамалға йәйеп киптергәс, яҡшы итеп киҫкеләп махсус целлофан пакетҡа йә иһә фольгаға төрәһең лә туңдырғысҡа ҡуяһың.
Еләктәрҙе ағып торған һыуҙа тиҙ генә йыуып киптерәһең һәм, подносҡа теҙеп, сәғәт ярымға туңдырғысҡа ҡуйып тораһың. Унан махсус пакеттарға һалып, тағын туңдырғысҡа һалаһың. Ошолай эшләгәндә еләк һәм емештәр бер-береһенә йәбешмәй, ҡышын уларҙы алыуы ла бик уңайлы буласаҡ.
Уңышыбыҙ мул булһын һәм яҡшы һаҡланһын!