Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Уңған хужабикә
15 Июль 2023, 04:05

Ҡышҡылыҡҡа бик тәмле салат

Ҡыярҙан бешермәй генә әҙерләнгән салат! Ул ҡыяр яңы ғына туралған кеүек һәм тәмле булыуы менән айырыла. Әҙерләүе лә бик тиҙ. Мотлаҡ эшләп ҡарағыҙ... 

Ҡышҡылыҡҡа бик тәмле салатҠышҡылыҡҡа бик тәмле салат
Ҡышҡылыҡҡа бик тәмле салат

3 кг — ҡыяр, 500г — һуған, 200 г — һарымһаҡ, 1 стакан тирәһе — шәкәр ҡомо, 3 аш ҡалағы — уксус эссенцияһы, 2-3 — аш ҡалағы тоҙ, 3 /1 стакан - көнбағыш майы, 1 аш ҡалағы ҡара борос

Барыһын да бергә бутап, төнгөлөккө ҡалдырырға, иртәнсәк тап-таҙа (стерилләмәһәң дә була) банкаларға һалып, капрон ҡапҡас ябам. Шул килеш оҙаҡ һаҡлана. Бик тәмле булыуы менән айырыла.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас