Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Уңған хужабикә
11 Июль 2023, 08:15

Пиццаны - еңел генә!

Йомшаҡ ҡамырлы, тәмле пиццаны еңел генә әҙерләп була. Бының өсөн иң күбендә егерме минут самаһы китәсәк...

Пиццаны - еңел генә!Пиццаны - еңел генә!
Пиццаны - еңел генә!

Стакан ярым йылы һыуға бер сәй ҡалағы әсетке, ике-өс аш ҡалағы шәкәр, бер аҙ он һалып болғатығыҙ. Биш-ун минуттан уға алты-ете аш ҡалағы шыйыҡ май һәм он өҫтәп ҡамыр баҫығыҙ. Ҡамырҙы ҡаплап тороғоҙ ҙа, колбаса турап (бешкән ит, фарш, балыҡ, иҙелгән картуф та алырға мөмкин), помидорҙы өлөштәргә ҡырҡығыҙ. Уны йәйелгән ҡамыр өҫтөнә һалығыҙ. Һәм өҫтөнә ҡырғыстан ҡырылған сыр һалығыҙ. Духовкала ун - ун биш минутта бешә.

Аштарыбыҙ - тәмле, үҙебеҙ бәхетле булайыҡ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас