Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Уңған хужабикә
2 Июль 2023, 07:00

Төшкөлөккә - урама!

Был тәмле ризыҡты ханум да, ханума ла, тип атайҙар. Беҙҙеңсә урама инде. Уны ғаиләгеҙгә лә, ҡапыл килеп төшкән ҡунаҡтарға ла еңел генә әҙерләргә була. Бик тәмле һәм туҡлыҡлы ризыҡ... 

Төшкөлөккә - урама!Төшкөлөккә - урама!
Төшкөлөккә - урама!

Мантыға һымаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ. Онға 2-3 йомортҡа, һалҡын һыу, 3 аш ҡалағы көнбағыш майы, бер семтем тоҙ өҫтәйбеҙ. Ҡамырҙы ҡаплап торабыҙ ҙа, эслек әҙерләйбеҙ.

Ҡырғыс аша үткәрелгән йәки ваҡ шаҡмаҡлап туралған картуфҡа, ҡырғыстан үткән кишер, фарш, тоҙ, борос, һуған, көнбағыш майы ҡушабыҙ. Әгәр фарш булмаһа, йәшелсәләр менән генә лә бешерергә була. Улай ҙа бик тәмле килеп сыға.

Бер өлөш ҡамырҙан йәймә йәйгәс, эслекте һалабыҙ ҙа, ипләп кенә урайбыҙ. Шунан манты тәрилкәһенә һалып, бешерергә ҡуябыҙ. Ярты сәғәттән әҙер була.

Аштарыбыҙ – тәмле, үҙебеҙ бәхетле булайыҡ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас