Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Уңған хужабикә
20 Май 2023, 11:00

Их, тәмлелеге!

Миҙгелле итеп бешереп ашаған тәмлекәстәр бар. Шуларҙың береһе, әлбиттә, ҡара һуғандан. Бөгөн һеҙҙең менән баҡсабыҙҙа йәйрәп үҫкән ҡара һуғандан пирожки бешерәбеҙ...

Их, тәмлелеге!
Их, тәмлелеге!

500 г он, 250 мл һыу, 20 г шәкәр. 9 г әсетке, 1 бешмәгән һәм 5-6 бешерелгән йомортҡа, 150 г ҡара һуған, тоҙ алына.

Йылы һыуға шәкәр, әсетке, тоҙ һалып болғатып, бер йомортҡа һытып, ике стакан он өҫтәп ҡамыр баҫабыҙ. Ул шыйыҡ та, ныҡ тығыҙ ҙа булмаһын. Эслек өсөн һуған һәм бешкән йомортҡаларҙы турайбыҙ. Тоҙ өҫтәйбеҙ. Әҙерәк укроп йәки петрушка тураһағыҙ, эслек тағы тәмлерәк буласаҡ. Бер сәғәттән бөйөрөктәрҙе эшләп, 10 минутҡа һалып торабыҙ. Унан уларҙы ике яҡлап ҡыҙҙырабыҙ. Аштарыбыҙ тәмле булһын, ялыбыҙ файҙалы үтһен!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: