Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Уңған хужабикә
11 Май 2023, 17:45

Кискелеккә - ун минутта!

Кискелеккә тәмле лә, тиҙ ҙә бешкән, табала ут өҫтөндә әҙерләнгән пицца әҙерләйек! Был ҡамыр баҫып, духовка менән булышырға яратмағандарға) йәки тиҙ генә тәмле ризыҡ әҙерләргә теләүселәргә шәп рецепт...

Кискелеккә - ун минутта!
Кискелеккә - ун минутта!

Кискелеккә – 10 минутта!

Кискелеккә тәмле лә, тиҙ ҙә бешкән, табала ут өҫтөндә әҙерләнгән пицца әҙерләйек! Был ҡамыр баҫып, духовка менән булышырға яратмағандарға) йәки тиҙ генә тәмле ризыҡ әҙерләргә теләүселәргә шәп рецепт.

5 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 5 аш ҡалағы майонез, 2 йомортҡа, 10 аш ҡалағы ондо яҡшылап бутағыҙ. Майлы табаға ошо ондо ҡоябыҙ һәм өҫтөнә колбаса, помидор турап һалабыҙ. Өҫтөнә ҡырылған сыр һалығыҙ. Пиццаны газға ҡуябыҙ. 2-3 минутҡа ҡапҡас менән ябып торабыҙ ҙа, шунан ҡапҡасын асабыҙ. Тағы 5-7 минуттан пицца әҙер. Уның әҙерлеген сырҙың иреп бөтөүенә ҡарап билдәләп була.

Аштарығыҙ – тәмле, йорттарыбыҙ ҡотло булһын.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: