+4 °С
Болотло
Духовка формаһына (бейегерәк булһын) бешмәгән макарондарҙы һалабыҙ. Өҫтөн колбаса киҫәктәре, тәмләткестәр менән ҡаплайбыҙ. Бер стакан һөттө, бер стакан тоҙло һыу менән бутап, формаға ҡоябыҙ. Өҫтөнә ҡырғыстан үткән 100 г сырҙы һалабыҙ. Форманы фольга менән ҡаплап ярты сәғәт уртаса утта бешергәндән һуң, фольгаһын алып тағы 15 минут тотабыҙ. Туҡлыҡлы һәм тәмле ризыҡ әҙер. Аштарыбыҙ - тәмле, йорттарыбыҙ ҡотло булһын!