Бөтә яңылыҡтар
Уңған хужабикә
21 Апрель 2023, 13:00

Ҡуҙғалаҡ һәм йомортҡанан

Ошо мәлдә ҡуҙғалаҡ, ҡара һуғандан бешергән ҡамыр аштарына бер ни етмәй. Әйҙәгеҙ, яҡындарыбыҙҙы һөйөндөрәйек әле...

Ҡуҙғалаҡ һәм йомортҡанан
Ҡуҙғалаҡ һәм йомортҡанан

Ҡамыр өсөн 1 стакан кефир, 3 стакан он, 0,5 стакан көнбағыш майы, бер сәй ҡалағы шәкәр, 1 аш ҡалағы тоҙ, 25-30 г әсетке, 30 мл йылы һыу алына. Эслеккә бешкән 3 йомортҡа, 500 г ҡуҙғалаҡ алына.

Ҡамырҙы баҫып, бер сәғәткә ҡуйып торабыҙ. Ҡуҙғалаҡты йыуып, киптереп, уртаса итеп турағыҙ. Бешкән йомортҡаны ваҡлап уға ҡушығыҙ. Әйткәндәй, эслеккә ҡара һуған ҡушып та ебәрергә була. Табала ҡыҙҙырып алынған әскелтем бөйөрөктәрҙең тәме һәр кемгә хуш килер.

Аштарыбыҙ - тәмле, үҙебеҙ бәхетле булайыҡ!

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: