Бөтә яңылыҡтар
Уңған хужабикә
18 Апрель 2023, 17:00

Тиҙ пицца

Ун минутта әҙер булған пиццаға тотонайыҡ...

Тиҙ пицца
Тиҙ пицца

2 йомортҡа, 3 аш ҡалағы майонез, 3 аш ҡалағы он, 150 г колбаса, башлы һуғандың яртыһы, 1 помидор, 200 г сыр алына.

Йомортҡа, майонез һәм ондо бергә ҡушып бутайбыҙ. Килеп сыҡҡан ҡамырҙы табаға ҡоябыҙ. Унан эслеген һалабыҙ. Башта колбасаны теҙеп сығабыҙ. Хәҙер инде сират һуған менән помидорға етте. Өҫтөнә мул итеп ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы һибәбеҙ.  

Әҙер пиццаны 220 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған духовкаға ултыртабыҙ. 10-15 минут тирәһенән һуң, сыр иреп, ҡамыры бер аҙ ҡата башлау менән духовканан алабыҙ.

Аштарыбыҙ - тәмле, үҙебеҙ бәхеле булайыҡ!

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: