Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Уңған хужабикә
25 Март 2023, 11:00

Тура - тупраҡҡа!

Уңышын 3 аҙнаға һуңыраҡ алһағыҙ ҙа, уның ҡарауы рассада менән мәшәҡәтләнергә, пикировкалау менән шөғөлләнергә кәрәк булмаясаҡ. Тик бының өсөн тиҙ өлгөргән сорттарҙы алырға кәрәк...

Тура - тупраҡҡа!
Тура - тупраҡҡа!

Помидор рассадаһын ултыртып өлгөрмәнегеҙме? Борсолмағыҙ – уны тура тупраҡҡа сәсеп тә була. Уңышын 3 аҙнаға һуңыраҡ алһағыҙ ҙа, уның ҡарауы рассада менән мәшәҡәтләнергә, пикировкалау менән шөғөлләнергә кәрәк булмаясаҡ. Тик бының өсөн тиҙ өлгөргән сорттарҙы алырға кәрәк: Аляска, Крайний Север, Подснежник, Полярный скороспелый, Роза ветров, Снегирь, Снежная сказка, Суб-Арктик, Таймыр, Ямал һ.б.

Тәүҙә орлоҡтарҙы 8-12 сәғәт һыуҙа йәки үҫеү стимуляторында тотоп алығыҙ. Ерҙе бер көрәк тәрәнлегендә ҡаҙып, уға 10-15 см тиреҫ һалығыҙ. Тиреҫ булмаһа, уның урынына былтырғы һабаҡ, үлән, япраҡтарҙы ҡулланырға була. Өҫтөнә тупраҡ һалығыҙ. Орлоҡтарҙы бер-береһенән 30 см алыҫлыҡта сәсегеҙ, ә рәттәрҙе 60-70 см итегеҙ.

Үҫенте сыҡҡас, уның ныҡ булғандарын ҡалдырып, һирәгәйтегеҙ. Һирәгәйткәндән һуң 2-3 көн үткәс 10 литр һыуға 15 г аммиак селитраһын һалып, томатты ашлағыҙ. Һыуҙы кәрәк саҡта ғына ҡойоғоҙ. Икенсе ашлама индереү, помидорға тумалана башлаған саҡҡа тура килергә тейеш. Бының өсөн 1 кв.м ергә 20 г суперфосфат һәм 10 г хлорлы калий алына. Үҫеп ултырған томаттан 20 см алыҫлыҡта 6-7 см тәрәнлектә бураҙналар эшләргә әм ашламаны шунда күмергә кәрәк. Ҡоро ашламаны тик еүеш тупраҡҡа индерергә кәрәк икәнен онотмағыҙ. Шулай уҡ томаттың үҫеүен Эпином йәки Иммуноцитофит препараттары тиҙләтә.

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: