-5 °С
Болотло
Көршәктәге ризыҡ тәмле булыуы, оҙаҡ һыуымауы менән айырыла. Һәр хужабикә уны үҙенсә әҙерләй.
Көршәктә бешереү өсөн беҙгә картуф, фарш, кишер, томат пастаһы, һарымһаҡ, тоҙ, борос, сыр, әнис, петрушка кәрәк.
Тәүҙә картуфты таҙартып, шаҡмаҡлап турайбыҙ. Фарштан бәләкәй түңәрәктәр әҙерләйбеҙ. Табала кишерҙе ҡыҙҙырып алабыҙ. Артабан барыһын да көршәктәргә һалабыҙ. Томат пастаһы, әҙерәк кенә һыу, тоҙ, борос һалабыҙ. Һәйбәтләп бутап көршәктә 45 минут бешерәбеҙ. Әҙер ризыҡҡа киҫелгән әнис, петрушка, сыр өҫтәрг була.
Ашыбыҙ – тәмле, өйөбөҙ йәмле булһын!
Гүзәл Иҫәнгилдина.