+4 °С
Болотло
Йәһәт кенә 6 картуфты әрсеп, ваҡ ҡырғыста үткәрәбеҙ. Уны һауытҡа һалып, өҫтөнә ике йомортҡа һытығыҙ, 2 аш ҡалағы он, бер семтем разрыхлитель, самалап тоҙ һәм ҡара борос һалып, яҡшылап болғатығыҙ. Ҡыҙған табаға ҙур ҡалаҡ менән һалып, ике яҡлап ҡыҙҙырығыҙ.
Бик тәмле һәм туҡлыҡлы ризыҡ әҙер. Ҡаймаҡ һылап тороп ашаһаң, бигерәк тәмле! Аштарыбыҙ – тәмле, өйөбөҙ – йәмле, үҙебеҙ бәхетле булайыҡ!
Гүзәл Иҫәнгилдина.