Һаҡмар
+25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Уңған хужабикә
20 Февраль 2023, 18:00

Тәмле!

Яҡындарығыҙҙы "төрлөләндерелгән" картуф менән ҡыуандырырға теләйһегеҙме? Улай булғас был рецепт һеҙҙең өсөн. Башланыҡ!

Тәмле!
Тәмле!

Бының өсөн картуфты ҡабығынан әрсейбеҙ, йыуып эре итеп турайбыҙ. Унан һыуға бешерергә һалабыҙ. Бешеп етмәҫ элек һыуын түгәбеҙ. Ыҫланған колбаса йә тауыҡты киҫәкләп (ҡайһы саҡта ит ризыҡтарын бөтөнләй ҡушмай бешерергә лә була, улай ҙа тәмле), һуғанды турайбыҙ, һарымһаҡты турамайбыҙ. Табаға май һалып, иретер өсөн духовкаға 1-2 минутҡа ултыртабыҙ. Артабан уны 200 градусҡа тиклем ҡыҙҙырабыҙ һәм картуфҡа май, тмин, майоран, борос, паприка һалып бутап ултыртабыҙ. 5-7 минут һайын болғатып торабыҙ.
Әйткәндәй, духовкаға
табаның өҫтөн ҡапламайынса ултыртабыҙ. Бешер алдынан 35-40 минуттан һуң эре тоҙ һибәбеҙ.

Аштарыбыҙ тәмле, табындарыбыҙ тулы булһын!

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: