Уңған хужабикә
16 Февраль 2023, 07:05

Бик тәмле!

"Әллә нимә ашағы киләсе" тигән уй килә башлаһа, ошолайтып помидорҙарҙы әҙерләйем. Бик тәмле һәм тиҙ! Бешереп ҡарағыҙ мотлаҡ. Аштарыбыҙ - тәмле, үҙебеҙ бәхетле булайыҡ!

Бик тәмле!Бик тәмле!
Бик тәмле!

8 помидор, 6 ҡалаҡ көнбағыш майы, 1 баш һуған, 400 г бәшмәк, тоҙ кәрәк. Помидорҙарҙы уртаға бүлеп, үҙәген алығыҙ. Шул киҫәктәрҙе яҡшылап майланған һәм сохари онтағы һибелгән һауытҡа теҙегеҙ. Майҙа һуған һәм помидорҙың үҙәген ҡыҙҙырығыҙ. Бешкән бәшмәкте ваҡлап турағыҙ. Йәшелсә менән ҡушып тоҙ, борос һибегеҙ. Ҡырылған сыр ҙа һибергә мөмкин. Помидорҙарға фарш тултырып, өҫтөнә май ҡойоғоҙ, сохари онтағын һибеп, духовкала 10 минут бешерегеҙ.

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас