Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Уңған хужабикә
4 Февраль 2023, 11:35

Тәмле лә, тиҙ ҙә!

Еңел генә әҙерләнгән ҡамыр, картуф, әгәр булһа фарш (унһыҙ ҙа тәмле), 40 минут ваҡыт һәм өҫтәлегеҙҙә тәмле бәлеш!..

Тәмле лә, тиҙ ҙә!
Тәмле лә, тиҙ ҙә!

3-4 картуфты шаҡмаҡлап, ваҡлап турағыҙ. Әҙерәк тоҙ, үҙегеҙ яратҡан тәмләткестәрҙе һибегеҙ. Әгәр фарш булһа, уны ла ҡушабыҙ. Әммә бәлеш фаршһыҙ ҙа бик тәмле килеп сыға. Артабан бер һауыттҡа ике йомортҡаны һытып, уны яҡшылап болғатығыҙ. Уға бер семтем сода һәм тоҙ өҫтәгеҙ. Артабан уның өҫтөнә бер стакан кефир ҡойоғоҙ һәм яҡшылап болғатығыҙ. Унан 12 сәй ҡалағы (өймәләм!) он һалып, яҡшылап болғатабыҙ. Ҡамыр әҙер. Ул шыйыҡ килеп сыға.

Табаны майлағыҙ. Уның төбөнә һәм ситенә әҙерәк он һибегеҙ. Ҡамырҙың яртыһын табаға ҡойоғоҙ. Өҫтөнә картуфты (йә фаршлы картуфты) һалығыҙ һәм ҡалған ҡамырҙы ҡойоғоҙ. 180 градусҡа тиклем ҡыҙған духовкала 40 минут бешә. Бындай бәлеш эҫе килеш тә, һыуыҡ килеш тә бик тәмле. Өйҙәребеҙҙән нур бөркөлһөн!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: