Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Уңған хужабикә
29 Ғинуар 2023, 10:15

Их, тәмле!

Тултырылған өйрәк - һәр табындың иң тәмле ризығына әүерелә. Уны әҙерләү йортҡа айырым бер байрам төҫөн бирә. Әйҙәгеҙ, яҡындарыбыҙҙы ҙөйөндөрөп алайыҡ!

Их, тәмле!
Их, тәмле!

Бер өйрәк, 4-5 алма, 50 г грек сәтләүеге, 50 г йөҙөм, 1 сәй ҡалағы корица, 2 бүлкәт һарымһаҡ, 1 сәй ҡалағы ҡара борос, 1-2 сәй ҡалағы ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән имбирь, 2 аш ҡалағы үҫемлек майы, 2 аш ҡалағы лимон һуты, самалап тоҙ кәрәк була. Йыуып киптерелгән өйрәкте эсле-тышлы тоҙ менән ышҡып сығабыҙ. Лимон һуты, имбирь, иҙелгән һарымһаҡ, борос, үҫемлек майын ҡушып, бергә болғайбыҙ. Уның менән өйрәктең эсен-тышын һөртөп сығабыҙ. Алмаларҙың эсен алып ташлап 4 өлөшкә бүләбеҙ. Уға ваҡланған грек сәтләүеген, йөҙөмдө, корицаны ҡушып болғатабыҙ һәм өйрәктең эсенә һалабыҙ. Эслек тышҡа сыҡмаһын өсөн өйрәкте теш таҙартҡыс менән ҡыҫтырабыҙ йә тегеп ҡуябыҙ. Артабан өйрәкте рукав эсенә һалабыҙ һәм бер нисә сәғәткә һыуытҡыс эсенә ҡуябыҙ. Өйрәкте оҙағыраҡ тотҡан һайын ул яҡшы итеп маринадлана һәм ите йомшаҡ, тәмле була. Духовканы 200 градусҡа тиклем ҡыҙҙырабыҙ һәм өйрәкте ҡуйып 75 минут бешерәбеҙ. Унан ипләп кенә өйрәкте рукавтан сығарып, тышы алланғансы тағы 15-20 минут тотабыҙ.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: