Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Уңған хужабикә
20 Ғинуар 2023, 17:25

Өҫтәлебеҙҙә - үҙебеҙҙең сыр

Сыр - һәр ғаиләнең яратып ашаған ризығы. Уны өйҙә лә әҙерләргә була. Бер өйрәнеп алһағыҙ - һәр саҡ эшләрһегеҙ. Тотондоҡ!

Өҫтәлебеҙҙә - үҙебеҙҙең сыр
Өҫтәлебеҙҙә - үҙебеҙҙең сыр

Еңел генә әҙерләнгән сыр. Эшләп ҡарағыҙ - бик әмле!

1 литр һөткә өс йомортҡа, 1,5 ҙур ҡалаҡта тоҙ, 400 грамм кефир алабыҙ.

Бөтәһен бергә бутайбыҙ ҙа, талғын утҡа ҡуябыҙ. Эремсекләнгәс, дуршлагка марля ҡуйып йәки ҙур иләк аша һөҙәбеҙ. Өҫтөн тәрилкә менән ҡапларға һәм ауыр әйбер ҡуйырға кәрәк. Өс-дүрт сәғәттән сыр әҙер. Үҙегеҙгә оҡшағанса укропмы, петрушкамы турап һалырға була.

Аштарыбыҙ - тәмле, йорттарыбыҙ ҡотло булһын!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: