Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Уңған хужабикә
7 Декабрь 2022, 12:10

Көршәктә бигерәк тәмле!

Көршәктә бешереүҙең ябай һәм тәмле ысула. Ә һеҙ нисек бешерәһегеҙ көршәктәрҙә? Тәмле рецебығыҙҙы көтөп ҡалабыҙ, дуҫтар!..

Көршәктә бигерәк тәмле!
Көршәктә бигерәк тәмле!

Көршәктә бигерәк тәмле!

Көршәктәге ризыҡ тәмле булыуы, оҙаҡ һыуымауы менән айырыла. Һәр хужабикә уны үҙенсә әҙерләй.

Көршәктә бешереү өсөн беҙгә картуф, фарш, кишер, томат пастаһы, һарымһаҡ, тоҙ, борос, ҡәнәфер, сыр, әнис, петрушка кәрәк.

Тәүҙә картуфты таҙартып, шаҡмаҡлап турайбыҙ. Фарштан бәләкәй түңәрәктәр әҙерләйбеҙ. Табала кишерҙе ҡыҙҙырып алабыҙ. Артабан барыһын да көршәктәргә һалабыҙ. Томат пастаһы, әҙерәк кенә һыу, тоҙ, борос, ҡәнәфер һалабыҙ. Һәйбәтләп бутап көршәктә 45 минут бешерәбеҙ. Әҙер ризыҡҡа киҫелгән әнис, петрушка, сыр өҫтәрг була.

Ашыбыҙ – тәмле, өйөбөҙ йәмле булһын!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: