Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Уңған хужабикә
4 Декабрь 2022, 12:05

Йәһәт кенә!

Тәмле лә, тиҙ ҙә бешкән, табала ут өҫтөндә әҙерләнгән пицца әҙерләйек! Был ҡамыр баҫып, духовка менән булышырға яратмағандарға йәки тиҙ генә тәмле ризыҡ әҙерләргә теләүселәргә шәп рецепт...

Йәһәт кенә!
Йәһәт кенә!

Тәмле лә, тиҙ ҙә бешкән, табала ут өҫтөндә әҙерләнгән пицца әҙерләйек! Был ҡамыр баҫып, духовка менән булышырға яратмағандарға йәки тиҙ генә тәмле ризыҡ әҙерләргә теләүселәргә шәп рецепт.

5 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 5 аш ҡалағы майонез, 2 йомортҡа, 10 аш ҡалағы ондо яҡшылап бутағыҙ. Майлы табаға ошо ондо ҡоябыҙ һәм өҫтөнә колбаса, помидор турап һалабыҙ. Өҫтөнә ҡырылған сыр һалығыҙ. Пиццаны газға ҡуябыҙ. 2-3 минутҡа ҡапҡас менән ябып торабыҙ ҙа, шунан ҡапҡасын асабыҙ. Тағы 5-7 минуттан пицца әҙер. Уның әҙерлеген сырҙың иреп бөтөүенә ҡарап билдәләп була.

Аштарығыҙ – тәмле, йорттарыбыҙ ҡотло булһын.

Гүзәл Иҫәнгилдина рецебы буйынса.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: