Бөтә яңылыҡтар
Уңған хужабикә
1 Декабрь 2022, 12:00

Пиццаны онһоҙ ҙа бешереп була!

Пиццаны хәҙер нисек кенә бешермәйҙәр! Иң мөһиме - тәмле булһын һәм тиҙ бешһен. Бөгөн һеҙҙең менән пиццаны ҡамырһыҙ бешерәбеҙ. Был еңел рецепт һеҙҙең ғаилә менюһында үҙ урынын алыр, тип уйлайбыҙ...

Пиццаны онһоҙ ҙа бешереп була!
Пиццаны онһоҙ ҙа бешереп була!

Пиццаны онһоҙ ҙа бешереп була!

Тәк, кәрәк була: бер тауыҡтың түш ите, 150 грамм самаһы сыр, ике помидор, ике картуф, бер баш һуған, ике ҡалаҡ майонез, кем ярата биҙәү өсөн зәйтүн емеше алырға мөмкин.

Тауыҡ итен ит үткәргес аша үткәрәбеҙ һәм майлы табаға һалып ҡыҙҙырабыҙ. Өҫтөнә ярымбалдаҡлап ҡырҡылған помидор теҙәбеҙ, саҡ ҡына майонез һылайбыҙ. Артабан ярымбалдаҡлап туралған һуған һәм бешкән картуфты ҡырғыс аша үткәреп һалабыҙ. Тағы майонез һөртәбеҙ. Ит өҫтөнә ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы һалабыҙ ҙа, табаны ҡапҡас менән ябып, 10 минут самаһы талғын ғына утта тотабыҙ. Өҫтөн зәйтүн емеше, йәшел тәмләткестәр менән биҙәп ебәрәбеҙ.

Бына шулай, тиҙ генә арала тәмле һәм туҡлыҡлы ризыҡ әҙер. Аштарыбыҙ – тәмле, үҙебеҙ бәхетле булайыҡ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: