+4 °С
Болотло
1 литр hөткә 0.5 литр йылымыс hыу. 2 балғалаҡ “Пакмай” әсеткеһе, 3 балғалаҡ шәкәр ҡушырға, ҡаймаҡтан саҡ ҡына ҡуйыраҡ булырлыҡ итеп он өҫтәп, болғатып, әсетергә ҡуйырға. Масса әсеп, күпереп сыҡҡас, өҫтөнә болғата-болғата, 1 стакан ҡайнап торған hыу өҫтәргә. Шунан 3 йомортҡа, 50 грамдай үҫемлек майы, самалап тоҙ ҡушабыҙ. Тағы ла 10-15 минутҡа ситкә, күпереп сыҡҡансы ҡуйып торабыҙ. Шунан әсе ҡоймаҡты ҡоя башларға була.
Ҡоймаҡты ҡалын төплө табала ҡойорға кәрәк. Табалар майланмай, бешкән ҡоймаҡтарҙы аҡ май менән майлап, ҡатлап hалып барыла. Ҡоймаҡтар ҡалын ғына, иләк кеүек тишекле, үтә күренмәле килеп сыға.