+5 °С
Болотло
Уны әҙерләү өсөн 1 тауыҡ түшкәһе, 3 тоҙло ҡыяр, 200 гр корейса кишер, 200 гр сыр, 2 тырнаҡ һарымһаҡ, майонез, йәшел үләндәр кәрәк.
Тауыҡ итен тоҙло һыуҙа бешереп алғас, оҙонсалап ҡырҡабыҙ. Ҡыярҙы ла оҙонсалап турайбыҙ. Сырҙы эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Тауыҡ итен, сыр, ҡыяр, кишерҙе бергә бутап, һарымһаҡ, йәшел үләндәр (укроп йәки петрушка) һәм майонез ҡушабыҙ. Был салат туҡлыҡлы, тәмле һәм тиҙ әҙерләнә. Аштарығыҙ тәмле булһын!