Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Уңған хужабикә
7 Ноябрь 2022, 20:20

БАУЫРҘАН САЛАТ

Һуғым һуйыу мәле башланды. Тимәк, күптәр бауырҙан тиҙ һәм еңел эшләнгән, тәмле лә, туҡлыҡлы ла булған салатты яһай ала.

БАУЫРҘАН САЛАТ
БАУЫРҘАН САЛАТ

 

Кәрәкле аҙыҡ-түлек: бауыр, һуған, кишер, тоҙло ҡыяр, йомортҡа, сыр, майонез.

 

Тәүҙә бауырҙы оҙонса итеп турап, табала һуған менән ҡыҙҙырып алабыҙ. Йомортҡаны бешерәбеҙ һәм ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Кишерҙе ҡырғыстан үткәрәбеҙ һәм шулай уҡ табала ҡыҙҙырабыҙ. Ҡыярҙы һаламлап турайбыҙ. Сырҙы ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Барыһы ла әҙер булғас тәрилкәгә ҡатламлап һалабыҙ:

1-се ҡат: бауыр менән һуған, өҫтөнә майонез һылайбыҙ

2-се ҡат: кишер, өҫтөнә майонез һылайбыҙ

3-сө ҡат: ҡыяр

4-се ҡат: йомортҡа, өҫтөнә майонез һылайбыҙ

5-се ҡат: сыр.

 

Өҫтөн йәшел үләндәр менән биҙәргә мөмкин. Ашығыҙ тәмле булһын!

 

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: