Бөтә яңылыҡтар
Уңған хужабикә
2 Октябрь 2022, 12:10

Кетерләтеп кенә ашайһың

Тиҙ генә әҙерләнгән тоҙло кәбеҫтә...

Кетерләтеп кенә ашайһың
Кетерләтеп кенә ашайһың

Бындай кәбеҫтәне банкаларға тоҙлайбыҙ. Эшләп ҡарағыҙ, барыһы ла яратып ашаясаҡ.

Кәбеҫтәне турап, банкаларға тығыҙлап тултырабыҙ. Унан 2,5 литр һыуға 1 стакан тоҙ, 1 стакан шәкәр һалып ҡайнатабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас уға 100 грамм аш һеркәһе һалабыҙ (был маринад өс литр банкаға иҫәпләнән). Әҙер маринадты кәбеҫтә тултырылған банкаларға ҡоябыҙ ҙа, банкаларҙы һыуыҡ урынға алып ҡуябыҙ. Кәбеҫтә 2-3 көндән әҙер була. Был кәбеҫтәгә оҙонсалай итеп туралған кишер ҙә өҫтәргә мөмкин. Һәр кемдең үҙ фантазияһы инде. Телеңде йоторлоҡ, кетерләп кенә торған кәбеҫтә әҙер. Бындай кәбеҫтәне ҡыш дауамында йәһәт кенә әҙерләп алырға була. Аштарыбыҙ тәмле булһын!

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас в