Бөтә яңылыҡтар
Уңған хужабикә
1 Октябрь 2022, 15:00

Ҡыҙҙар, щи яптығыҙмы?

Был щи, магазиндыҡынан айырмалы рәүештә, хуш еҫле булыуы, һурпаға айырым тәм биреүе менән айырыла...

Ҡыҙҙар, щи яптығыҙмы?
Ҡыҙҙар, щи яптығыҙмы?

Тәмле щи
0,5 литрлыҡ 15 банка щи әҙерләү өсөн 3 кг бешкән помидор, 1-әр кг кәбеҫтә, кишер, һуған, татлы борос, 400 г петрушка тамыры һәм 100 г петрушка үләне, 150 г шәкәр ҡомо, 100 г тоҙ, 100 г 9 процентлы аш һеркәһе, 200 г үҫемлек майы, 3 лавр япрағы, 5-7 бөртөк ҡара борос, 3 бөртөк хуш еҫле борос кәрәк.

Бөтә йәшелсәләрҙе йыуырға. Помидорҙы ҡайнар һыуҙа тотоп, тышын таҙартырға һәм шаҡмаҡлап турарға. Кәбеҫтәне, татлы боросто, петрушканы ваҡлап, һуғанды ярымҡулсалап турарға, кишер менән петрушка тамырын ҡырғыстан үткәрергә. Барыһын бергә ҡушып, тәмләткестәр, тоҙ, шәкәр, аш һеркәһе, үҫемлек майы һалырға һәм бутарға. 30 минут ултыртып торорға. Стерилләнгән банкаларға тултырырға, тимер ҡапҡастарҙы банкаларҙың өҫтөнә ҡуйып 40 минут стерилләргә. Һуңынан ҡапҡастарын ныҡлап ябырға.

Был щи, магазиндыҡынан айырмалы рәүештә, хуш еҫле булыуы, һурпаға айырым тәм биреүе менән айырыла. Йорттарыбыҙ ҡотло булһын!

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: