Уңған хужабикә
25 Сентябрь 2022, 06:00

Ҡыҙыл ашты үҙебеҙ әҙерләп алайыҡ!

Үҙегеҙ әҙерләгән борщ ҡышҡы һыуыҡтарҙа яҡындарығыҙҙы тәмлелеге һәм ымһындырғыс еҫе менән ҡыуандырыр...

Ҡыҙыл ашты үҙебеҙ әҙерләп алайыҡ!Ҡыҙыл ашты үҙебеҙ әҙерләп алайыҡ!
Ҡыҙыл ашты үҙебеҙ әҙерләп алайыҡ!

3 кг сөгөлдөр, 1 кг һуған, 1 кг татлы борос, 1 кг помидор, 1 стакан шәкәр, 3 ҡалаҡ тоҙ, 1 стакан көнбағыш майы, 125 мл 9 процентлы аш һеркәһе.

Бөтә йәшелсәләрҙе лә йыуып турарға, кишер менән сөгөлдөрҙө ҡырғыстан үткәрергә. Көнбағыш майының яртыһын һалып помидор менән сөгөлдөрҙө айырым, һуған, кишер менән боросто айырым һауытта бешерергә. Яҡынса 20 минуттан барыһын бергә ҡушып, тоҙ, шәкәр, һеркә ҡушып, тағы ла 20 минут тирәһе талғын утта ҡайнатырға. Эҫе килеш стерилләнгән банкаларға һалып ябырға.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас