Уңған хужабикә
15 Сентябрь 2022, 13:20

Аджика

Ҡышҡылыҡҡа уксусһыҙ әҙерләнгән шәп аджика. Һалҡын көндәрҙә тәмле лә, файҙалы ла...

АджикаАджика
Аджика

5 кг помидор, 4 кг кишер, 1 кг һуған, 1 кг татлы борос, 1 кг әскелтем алма, 1 литр көнбағыш майы, 300 г һарымһаҡ, 200 г шәкәр, 5-6 уртаса ҙурлыҡтағы әсе борос, 300 г петрушка (мотлаҡ түгел, ҡушмаһаң да була), самалап тоҙ алына.

Бөтә йәшелсәләрҙе лә ит турағыс аша үткәрергә. 2 сәғәт быҡтырып бешерергә. Алдан стерилләп әҙерләнгән быяла банкаларға тултырып, тимер ҡапҡастар менән нығытырға, түңкәреп ҡуйып, томалап, һыуытҡансы тоторға. Ҡыш буйы һалҡынса баҙҙа һәйбәт һаҡлана.

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас