Уңған хужабикә
12 Сентябрь 2022, 13:00

Ташҡабаҡ икраһы

Был тәмле икра ҡышҡыһын иң тәүҙә китеп бөтә. Уны пицца бешергәндә ҡамыр өҫтөнә һылағанда ла шәп була...

Ташҡабаҡ икраһыТашҡабаҡ икраһы
Ташҡабаҡ икраһы

2 кг ташҡабаҡты һәм 2 баш һарымһаҡты ит турағыс аша үткәрергә, 350 г томат пастаһы, бер стакан көнбағыш майы, тулы булмаған бер стакан шәкәр, 1 аш ҡалағы тоҙ (өймәйенсә) өҫтәргә. 30 минут бешерергә, 100 г уксус һәм 1 сәй ҡалағы әсе ҡыҙыл борос һалырға. Банкаларға тултырғас ҡапҡастарын ябырға. Бик тәмле икраны күпме эшләһәгеҙ ҙә, йәһәт кенә бөтөп тә ҡуя. Имен-һау ашарға яҙһын!

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас