Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Уңған хужабикә
28 Август 2022, 07:10

Лимонлы кишер ҡайнатмаһы

Был ҡайнатма тәмле лә, бик файҙалы ла. Мотлаҡ уны ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡуяйыҡ. Башланыҡ!

Лимонлы кишер ҡайнатмаһыЛимонлы кишер ҡайнатмаһы
Лимонлы кишер ҡайнатмаһы

Был ҡайнатма хуш еҫле, тәмле һәм матур була. Тәме буйынса мандаринды хәтерләтә.1 кг кишер, 1 кг лимон, 2 кг шәкәр, бысаҡ осонда ванилин алабыҙ. Баштан кишерҙе таҙартабыҙ, лимонды ҡабығы менән турайбыҙ, төштәрен алабыҙ. Ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Шуға шәкәр ҡушабыҙ. Болғата-болғата 40 минут ҡайнатабыҙ. Иң аҙаҡтан ванилин өҫтәйбеҙ. Банкаларға бушатабыҙ һәм ябып ҡуябыҙ.

Матур йәшәгеҙ, өҫтәлдәрегеҙ тулы булһын, дуҫтарым, гел бәхетле булығыҙ!

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас