Уңған хужабикә
14 Августа 2022, 07:00

Еңел генә бәлеш

Сырҙы эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ, йәшелсәне ваҡ итеп турайбыҙ. Сосисканы (ветчина, колбаса) киҫәкләп турайбыҙ...

Еңел генә бәлешЕңел генә бәлеш
Еңел генә бәлеш

2 йомортҡа, 1 стакан кефир, 0.5 балғалаҡ сода, 1 стакан он, 0,5 балғалаҡ тоҙ, 250 гр ҡаты сыр, 200 гр сосиска (ветчина, колбаса), тәменә ҡарап йәшелсә (укроп, һуған һ.б.).

2 йомортҡаны тоҙ һалып туҡырға. Кефирға сода һалып, уның һүнгәнен көтәбеҙ. Унан туҡылған йомортҡа менән ҡушабыҙ. Он өҫтәп яҡшылап болғатабыҙ. Әҙер ҡамыр оладьи ҡамыры ҡуйылығында булырға тейеш.

Сырҙы эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ, йәшелсәне ваҡ итеп турайбыҙ. Сосисканы (ветчина, колбаса) киҫәкләп турайбыҙ. Барыһын бергә ҡамырға ҡушып бутайбыҙ.

Таба эсенә аҡ май һөртәбеҙ ҙә киптерелгән икмәк онтағы йә манный ярмаһы һибәбеҙ. “Бәлеште” һалып, һаҡ ҡына ҡалаҡ менән тигеҙләп йәйәбеҙ.

200 градус эҫелектәге духовкала 25 минут тирәһе бешерәбеҙ. Аштарыбыҙ - тәмле, үҙеблеҙ бәхетле булайыҡ!

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас