Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Уңған хужабикә
12 Августа 2022, 07:00

Төшкө ашҡа

Был запеканканың тәмле еҫе сығыу менән яҡындарығыҙ аш бүлмәһенә йүгереп килеп тә инер. Әйҙәгеҙ, ҡәҙерлеләребеҙҙе һөйөндөрөп алайыҡ. Башланыҡ!

Төшкө ашҡаТөшкө ашҡа
Төшкө ашҡа

400 г картуф, 2 йомортҡа, 60 г сыр, 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 1 һарымһаҡ теше, тоҙ, борос, йәшелсәләр алына.

Картуфты эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Уға йомортҡа, ҡаймаҡ, ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы, иҙелгән һарымһаҡты, тоҙ, боросто ҡушып болғатабыҙ. Унан формаға һалып, өҫтөнә 1 йомортҡа, 30 гр сырҙы һәм йәшелсәне турап ҡушып, иҙмәне ҡоябыҙ. Запеканканы 180 градус эҫелектәге духовкала 30 минут тирәһе бешерәбеҙ. Аштарыбыҙ - тәмле, донъябыҙ ҡотло булһын!

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас