Һаҡмар
+2 °С
Облачно
Антитеррор
Уңған хужабикә
4 Августа 2022, 06:30

Ҡайнатмайбыҙ - витаминын һаҡлайбыҙ

Һәр әсә кеүек мин дә балаларыма ҡышҡылыҡҡа “тик витаминдан торған” ҡурай еләген әҙерләргә тырышам. Сөнки ҡурай еләге – тәбиғи аспирин. Ул температураны төшөрә, хәл индерә. Балалар ҙа бындай “дарыу”ҙан баш тартмай. Һеҙгә ҡайнатмай әҙерләнгән ысулды тәҡдим итәм...

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡайнатмайбыҙ - витаминын һаҡлайбыҙҠайнатмайбыҙ - витаминын һаҡлайбыҙ
Ҡайнатмайбыҙ - витаминын һаҡлайбыҙ

Ҡайнатмайбыҙ – витаминын һаҡлайбыҙ

Һәр әсә кеүек мин дә балаларыма ҡышҡылыҡҡа “тик витаминдан торған” ҡурай еләген әҙерләргә тырышам. Сөнки ҡурай еләге – тәбиғи аспирин. Ул температураны төшөрә, хәл индерә. Балалар ҙа бындай “дарыу”ҙан баш тартмай. Һеҙгә ҡайнатмай әҙерләнгән ысулды тәҡдим итәм.

500 г ҡурай еләгенә 700 г шәкәр алына.

Ҡурай еләген тишекле сүместә йыуабыҙ һәм һыуы аҡҡансы көтөп алабыҙ. Уны һауытҡа ауҙарабыҙ һәм картуф төйгөс менән ипләп кенә төйәбеҙ. Шәкәр менән болғатабыҙ. Һәм 6 сәғәткә, шәкәре иреп бөткәнсе, ҡаплап ултыртып торабыҙ. Артабан был тәмлекәсте стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡас менән ҡаплайбыҙ. Һыуытҡыстың аҫҡы кәштәһендә йә һалҡын баҙҙа һаҡлайбыҙ. Бындай ҡурай еләгенән бәлештәр бешереүе шәп, туңдырмаға һ.б. ҡушырға була. Дауа булараҡ та шәп. Баҙҙарыбыҙ – тулы, йорттарыбыҙ ҡотло булһын!

Гүзәл Иҫәнгилдина рецебы буйынса.

Автор:Гузель Салихова