+19 °С
Дождь


5-7 йәш картуф, 2 йомортҡа ағы, тәменә ҡарап тоҙ, татлы паприка, ҡара борос алына.
Картуфты йыуып, 1 см ҡалынлығындағы таяҡсалар кеүек турайбыҙ. Йомортҡа ағын күбекләнгәнсе туҡыйбыҙ. Тоҙ, паприка, ҡара боросто һалып яҡшылап болғатабыҙ. Картуфты тәрән һауытҡа һалып, тоҙло-боросло йомортҡа ағын ҡушып, яҡшылап бутайбыҙ.
Духовканы 200-220 градусҡа тиклем ҡыҙҙырабыҙ. Противендең эсенә пергамент ҡағыҙ түшәйбеҙ. Картуфты теҙеп һалып сығабыҙ. 7-10 минуттан аҫтындағы ҡағыҙҙы алып, алтын төҫкә ингәнсе бешерәбеҙ.